14 декабрь - Башҡорт теле көнө

Декабрь 14, 2022 Просмотров: 47
Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле милләттәштәр!

Бөгөн, халҡыбыҙҙың мәшһүр улы, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ысын күңелдән барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайбыҙ!

Башҡорт теле – миллионлаған милләттәштәребеҙҙең туған теле. Уны һаҡлау – тулы кимәлендә дәүләттең, йәмәғәт ойошмаларының, шулай уҡ һәр ғаиләнең, ошо телдә аралашыусы һәр кешенең уртаҡ самими бурысы. 

Әйтергә кәрәк, был иҫтәлекле көн календарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәҡдиме менән 2019 йылда барлыҡҡа килде, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан раҫланды һәм ошо ваҡыт арауығында милләттәштәребеҙ өсөн иң сағыу, мөһим байрамдарҙың береһенә әүерелде. 
Бөгөн гимназиябыҙҙа "Теле барҙың - иле бар" тигән сара үтте. Был сараға 5-се класс уҡыусылары саҡырылды. Улар Исмакаева Лилиә, Шарифуллина Регина, Шакирова Дарина башҡарыуында  Р.Ғарипов, М. Кәрим, Ҡ.Насыри әҫәрҙәре менән таныштылар. Мөхәмәтғәлиев Вадим дәртле бейеүе менән күнелдәрҙе яуланы, 1А класс уҡыусылары  беҙзең байрамда Башҡортостан тураһында йыр йырлап ҡыуандырҙылар. Тамаша гимназиябыҙҙың йондоҙсоғо Риана Хәлиуллина башҡарыуында " И туған тел..." йыры менән тамаланды. Тамашасылар ҙа тик кенә ултырманы, ә викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Ғарипов Азамат һәм Сәйфуллина Амелия сараны бик матур итеп алып барҙылар.